+3 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март , 09:43

Һыу таша. Һаҡ булығыҙ!

Архангел районының Аҙау ауылында Инйәр йылғаһы кимәленең бик тиҙ күтәрелеүе һөҙөмтәһендә, унда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Әлеге мәлдә 20 бала, 83 өлкән кеше эвакуацияланған. Ваҡытлыса йәшәү пунктына 17 бала һәм 80 кеше урынлаштырылған. Балалар бөтә кәрәкле әйберҙәр, шул иҫәптән йылы аш менән тәьмин ителгән.  

Һыу таша. Һаҡ булығыҙ!
Һыу таша. Һаҡ булығыҙ!

Килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү өсөн 39 берәмек техника һәм 90 кеше йәлеп ителгән. Дрондар ярҙамында яҡынса 300 метр тирәһеләй боҙ тығындарының булыуы асыҡланған.

Һыу таша. Һаҡ булығыҙ!
Һыу таша. Һаҡ булығыҙ!
Һыу таша. Һаҡ булығыҙ!
Автор:Зухра Рахматуллина
Читайте нас: