Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март , 11:57

Рухи тәрбиә – милләт киләсәге

“Рух һүнмәһә – ил һүнмәҫ”, тиҙәр. Бөгөн кескәй башҡортта рух тойғоһон кем тәрбиәләй? Әлбиттә, ата-әсәйҙән ҡала, был яуаплылыҡ - тәрбиәсе, уҡытыусы иңендә.

Рухи тәрбиә – милләт киләсәге
Рухи тәрбиә – милләт киләсәге

Үҙенең бер сығышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың "Балалар баҡсаларына башҡорт телен индереү" буйынса йөкләмәһенә ярашлы, кисә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ултырыш үткәрелде. "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Лариса Абдуллина сараны асып, саҡырылған ҡунаҡтарға былай тип мөрәжәғәт итте: "Башҡорт теле мөхитен балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә киң йәйелдереү йәһәтенән беҙ һеҙҙең ярҙамға, кәңәшкә мохтаж. Был эште һөҙөмтәле атҡарыр өсөн, беҙ иң тәүҙә нимәгә иғтибар итергә тейешбеҙ?"

Сарала Ишдәүләтова Әлиә Риза ҡыҙы (18-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе); Тләүбаева Гөлнара Фәниз ҡыҙы ("Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы мөдире, Өфө ҡалаһы, Дим биҫтәһе); Сәлихова Гөлнара Гәрәй ҡыҙы (Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы); Руфия Рәис ҡыҙы Ханова (башҡорт телендә уйынсыҡтар яһаған оҫта) ҡатнашты.

Шулай уҡ ултырыш ваҡытында тура бәйләнеш булдырылып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары Гүзәл Ситдиҡова, Гөлназ Ҡолһарина, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2024" төбәк-ара конкурс еңеүсеһе Ибраһимова Азалия Варис ҡыҙы фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Сара һуңында рух, тел һағында тороусылар - Гөлнара Гәрәй ҡыҙы, Әлиә Риза ҡыҙы, Гөлнара Фәнис ҡыҙы һәм Руфия Рәис ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Рухи тәрбиә – милләт киләсәге
Рухи тәрбиә – милләт киләсәге
Рухи тәрбиә – милләт киләсәге
Рухи тәрбиә – милләт киләсәге
Рухи тәрбиә – милләт киләсәге
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: