+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март , 17:48

Файҙалы һөт ризығы – кескәйҙәргә.

2024 йылда Башҡортостанда 27,9 мең кеше льгота аша бушлай "Һөт кухняһы" продукцияһын алды. Был продукция менән ауырлы ҡатындар, имеҙгән әсәләр, ауыр матди хәлле ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге кескәйҙәр һәм  опека аҫтында булған балалар тәьмин ителде. 2025 йылда, СВО ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы тип иғлан ителгәндә, “Һөт кухняһы” продукцияһын алыу хоҡуғы киңәйтелде. Льготалылар иҫәбенә Махсус хәрби операция ветерандарын да  индерҙеләр. Был өҫтәмә рәүештә 1,5 мең кешене файҙалы ризыҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Файҙалы һөт ризығы – кескәйҙәргә.
Файҙалы һөт ризығы – кескәйҙәргә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Һөт кухняһы" Башҡортостан Башлығы инициативаһы менән 2019 йылда булдырылды. Әйткәндәй, хәҙер ғаризаны онлайн рәүештә “Госуслуги” республика порталы аша һәм МФЦ үҙәгенең “Минең документтарым” офистарында тултырырға мөмкин.

Продукция сифаты федераль кимәлдә уңышлы билдәләнде. 2024 йылда балалар өсөн әҙерләнгән эремсек “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы лауреаты булды, ә бер литрлы бутылкаларҙағы һөт “Беҙҙең бренд”  конкурсында гран-при яуланы.

“Бер нисә йыл элек беҙ республикала һөт кухняларының төбәк селтәрен булдырҙыҡ, бер нисә завод төҙөнөк, продукция етештереүҙе яйға һалдыҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Әммә беҙҙең бурысыбыҙ - өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе теркәү түгел, ә алға ынтылыу. Ниндәй яңы объекттар төҙөрбөҙ, продукция ассортиментын нисек киңәйтербеҙ, сауҙа үҙәктәрендә күпме таратыу нөктәһе булдырырбыҙ һәм был ҡасан буласағын аңлау мөһим.

Төбәк Башлығы республиканың Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығына "Һөт кухняһы" системаһын үҫтереү буйынса аныҡ пландар әҙерләргә ҡушты.

 

Файҙалы һөт ризығы – кескәйҙәргә.
Файҙалы һөт ризығы – кескәйҙәргә.
Файҙалы һөт ризығы – кескәйҙәргә.
Автор:Зухра Рахматуллина
Читайте нас: