Осрашыу барышында балалар шиғырҙар уҡыны, күңелле бейеүҙәр бейеп, йырҙар башҡарҙы. Өләсәйҙәр һәм олатайҙарҙың күңелдәре булды, һәр номерҙы алҡышлап ҡаршы алдылар. Балалар үҙҙәре эшләгән открыткалар тапшырыу менән тамамланды был йәмле осрашыу. Бындай саралар быуындар араһындағы бәйләнеште нығыта, оло йәштәгеләрҙең күңелдәрендә күңелле тәьҫораттар ҡалдыра. Бындай саралар аша балалар йолаларҙың һәм быуындар күсәгилешлегенең ҡиммәтен аңларға өйрәнә.