Орел ҡалаһында 11-16 йәшлек үҫмерҙәр араһында спорт акробатикаһы буйынса Рәсәй беренселегенә йомғаҡ яһалды. Унда илдең 34 төбәгенән 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы исеменән Бөтә Рәсәй ярыштарында Октябрьский ҡалаһы спортсылары ҡатнашты. Ҡатнаш дисциплина буйынса иң юғары һөҙөмтәгә Динә Низаева менән Тихон Брезгин өлгәште. Төркөм программаһында Маргарита Садовникова, Камилла Кириллова, Анастасия Иванова икенсе урынды яуланы. Спортсылар остаздары О. Муллағәлиева, Ф. Вәлиева, В. Куприянов, С. Вәлиуллина, В. Мензорова етәкселегендә шөғөлләнә. Октябрьский ҡалаһы - спорт акробатикаһы буйынса Башҡортостанда төп үҙәктәрҙең береһе. Был спорт төрөнөң тарихы ҡалала Александр Дергунов исеме менән бәйле. Ҡалала акробатика үҫһен өсөн бик күп эш башҡарған: ул спортсы ла, етәксе лә, меценат та. А. Дергунов етәкселек иткән осорҙа егерменән ашыу спорт мастеры, 100 спорт мастерлығына кандидат әҙерләнгән. Фото: Артем Дергунов