Форумға Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы коллегияһы ултырышы старт бирә, унда төбәктең мәҙәниәт өлкәһе етәксеһе Әминә Шафиҡова «Мәҙәниәт» милли проектына йомғаҡ яһаясаҡ. Шулай уҡ «Финанс именлек – тотороҡло үҫеш нигеҙе» секцияһы эшләйәсәк. 14 мартта форум барышында «Бөйөк ил мираҫы - Рәсәйҙең мәҙәни суверенитеты нигеҙе» пленар ултырыш һәм секциялар эшләйәсәк. «АРТ-Ҡоролтай» форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ойоштороу комитеты етәксеһе Урал Килсенбаев рәйеслегендә Армия мәҙәниәте көндәрен әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтәсәк.
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында китапхана директорҙары һәм белгестәре «Рәсәйҙең иң яҡшы китапхана тәжрибәләре» секцияһында көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ. Был майҙансыҡта шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы китапханалары базаһында «Генийҙар урыны» таланттарҙы бүләкләү сараһы үтәсәк. Ҙур форум 14 мартта Рәсәй пианисы, «Сириус» урта махсус музыка мәктәбе директоры (Сочи ҡалаһы), Мәскәү дәүләт академия филармонияһы солисы, ике тапҡыр П.И. Чайковский исемендәге халыҡ-ара конкурс лауреаты Вадим Руденконың концерты менән тамамланасаҡ.