+13 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март , 16:14

"Шәһитсе"ләр һаны артты!

Үткән йылдың октябрендә "Мин - йәш Шәһитсе" медиамәктәбе үҙ эшен башлағайны. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән башҡортса фекерләгән һәм яҙышҡан 32 уҡыусыны Өфөлә йыйып, 5 көн дауамында уларға журналистика, фото һәм видеоконтент, журналдың версткаһы һәм дизайны, әкиәт яҙыу буйынса дәрестәр үткәрелде, баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәттәр, күренекле әҙиптәр менән осрашыуҙар ойошторолғайны.

"Шәһитсе"ләр һаны артты!
"Шәһитсе"ләр һаны артты!

Был 5 көнлөк медиамәктәптең һөҙөмтәһе булараҡ, февралдә яңы журнал донъя күрҙе. Йыйынтыҡта медиамәктәп спикерҙарының башҡорт журналистикаһы серҙәре тураһындағы материалдары, шулай уҡ 32 уҡыусының мәҡәләләре урын алды. 28 февралдә Ш. Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында Башҡортостан Республикаһы гранттары фонды ярҙамында нәшер ителгән башҡорт медиамәктәбенең “Мин – йәш шәһитсе” журналының исем туйы үтте. Презентацияға Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә уҡыған, башҡортса мәҡәләләр яҙған 15 бала һәм М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары саҡырылды. Яҙышҡан балаларға Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов “Мин – йәш шәһитсе” танытмаһын тапшырҙы. "Шәһитсе"ләр исемлеге тулыланды: Алтынай Ибраһимова, Әмирә Билалова, Гүзәл Әхтәмова, Данислам Раимов, Диана Сәйетова, Альбина Юлдашбаева, Розалина Мирхәйҙәрова, Байрас Һағынбаев, Әминә Аллабирҙина, Юлбарсын Ҡарсағова, ⁠Алмас Вәлиев, ⁠Сулпан Вәлиева, Мәҙинә Сәмситдинова, Ислам Ғәлиәкбәров, Динислам Ниғәмәтов. Йәш журналистарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Сара барышында проект авторы, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина: “Балаларҙы бәләкәй саҡтан һүҙ менән ҡулланырға өйрәтергә, һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырырға кәрәк. Һүҙ – фекерләүгә йоғонто яһаған иң көслө ҡорал. Шуға күрә башҡорт журналистикаһының йәш кадрҙарын балалар баҡсаларында эҙләйбеҙ”, - тине. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, балаларҙы сәләмләп, уларҙы йәш коллегалары, тип атаны һәм уңыштар теләне. Башҡортостан Республикаһының милли журналистика кадрҙарын әҙерләү, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, балаларҙы туған телдә аралашыуға өндәгән был проекттың бар маҡсаттары ла тормошҡа ашһын, тип теләйбеҙ!

Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. #ФСГОРБ #ГрантыРБ

"Шәһитсе"ләр һаны артты!
"Шәһитсе"ләр һаны артты!
"Шәһитсе"ләр һаны артты!
"Шәһитсе"ләр һаны артты!
"Шәһитсе"ләр һаны артты!
"Шәһитсе"ләр һаны артты!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: