Был көндө 1-се класс уҡыусылары хәрефтәр тураһында шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейенеләр. Был уларҙың мәктәптә үткәргән тәүге ҙур байрамы. Саранан һуң башланғыс класс уҡыусыларына Маҡтау грамоталары тапшырылды. Тантанаға ата-әсәләр, өләсәйҙәр ҙә саҡырылғайны. Артабан да кескәйҙәргә уңыштар юлдаш булһын! "Беренсе"ләрҙең класс етәксеһе Г. Х. Мәрҙәмшинаға ҙур рәхмәт еткерәһем килә. Уға тынғыһыҙ, яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ! "Мин - йәш Шәһитсе" медиамәктәбе уҡыусыһы Азалия Фаздалова.
Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. #ФСГОРБ #ГрантыРБ