+18 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль , 20:00

Өфөлә “Үҙ ғаиләм” ғаилә форумы үткәреләсәк

5 март көнө “Торатау” конгресс-холында БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған “Үҙ ғаиләм” тип аталған ғаилә форумы үткәрелә.    

Өфөлә “Үҙ ғаиләм” ғаилә форумы үткәреләсәк
Өфөлә “Үҙ ғаиләм” ғаилә форумы үткәреләсәк

Сарала төрлө тематик ижади майҙансыҡтар ойоштороласаҡ:

  • Фотозоналарҙа ғаилә менән фотоға төшөү мөмкинлеге булдырыласаҡ, унда шулай уҡ профессиональ стилист, фотографтар эшләйәсәк;
  • Ғаилә йәрминкәһендә 8 мартҡа бүләктәр алырға мөмкин;
  • Ата-әсә, буласаҡ әсәйҙәр өсөн тәрбиә, һаулыҡ, үҙ-үҙеңде тәрбиәләү буйынса белгестәрҙең лекциялары ҡаралған;
  • Балалар һәм ата-әсәләр өсөн ижади, физик үҫеш һәм белем алыуға арналған оҫталыҡ дәрестәре;
  • Үҫмерҙәр өсөн актуаль булған темаларға әңгәмәләр;
  • Балалар өсөн уйындар;
  • Йәрминкәлә ғаилә өсөн кәрәк-яраҡтар һатыласаҡ;
  • Ғаилә коллективтары көсө менән әҙерләнгән концерт программаһы.

Сарала күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүсе ойошмалар ҙа ҡатнашасаҡ.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: