Туған тел, тыуған ер, республика ҡалалары, шәжәрә хаҡында булды беҙҙең әңгәмә.
Артабан "егерменсе"ләр журналда эшләгән апайҙар менән ярышып шиғыр һөйләне, ҡурайҙа уйнап күрһәтте, төрлө шаян һорауҙарға яуап ҡайтарып, бар яҡтан әүҙемлек күрһәтте. Башҡорт телен, тарихын яҡшы белгән, туған телдә иркен аралашҡан балаларға Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды.
Күркәм көндө тағы ла йәмләгән, шәп кәйеф бүләк иткән кескәй дуҫтарыбыҙға иҫтәлекле осрашыу өсөн ҙур рәхмәт еткерәбеҙ!