+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль , 18:06

Атлы - ҡанатлы халҡым

15 февраль көнө Бөрйән районында, ике ауылды берләштереп, Янһары, Мөсәттең рухлы, дәртле ағайҙары "Ат - бәйгелә, егет яуҙа һынала" тигән матур сара ойошторҙо. Ат ярышы бик сәмле барҙы, унда ҡатнашҡан һәр егет үҙенең һәм атының көсөн һынаны.

Атлы - ҡанатлы халҡым
Атлы - ҡанатлы халҡым

Еңеүселәр ат кәрәк-яраҡтары менән бүләкләнеп ҡыуанды. Байрамды үткәреү өсөн ике ауылдың ағай, бабайҙары аҡсалата ярҙам күрһәтһә, апайҙар аш-һыу әҙерләүҙә ихлас ҡатнашты. Ә байрамды матур итеп Инсур ағай Кинйәбаев алып барҙы! Тамаша ҡылырға килгән халыҡты ашатыу, сәй эсереү - барыһы ла бушлай булды! Йәш быуында атҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн тырышҡан ике ауыл ағайҙарының эше ҙур хөрмәткә лайыҡ! Имен-һау булығыҙ, ағайҙар! "Мин - йәш Шәһитсе" медиамәктәбе уҡыусыһы Наза Кинйәбаева.

Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. #ФСГОРБ #ГрантыРБ

Атлы - ҡанатлы халҡым
Атлы - ҡанатлы халҡым
Атлы - ҡанатлы халҡым
Атлы - ҡанатлы халҡым
Атлы - ҡанатлы халҡым
Атлы - ҡанатлы халҡым
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: