+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль , 14:08

Ринат Хәйри иҫтәлегенә

Илеш районында яҡташыбыҙ, Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, журналист, талантлы шағир Ринат Хәйриҙең тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан "Йөрәк йырҙарымды доға итеп, таң нурына төрөп таратам" тип аталған хәтер кисәһе үтте.

Ринат Хәйри иҫтәлегенә
Ринат Хәйри иҫтәлегенә

Был сарала миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Ринат ағайға бағышлап, үҙем яҙған шиғыр юлдарын һөйләнем. Маҡтау грамоталары, бүләктәр алып һөйөндөм. Үҙем яҙған шиғырҙы һеҙгә лә тәҡдим итәм. ҮҘЕ ЙӘШЕН Мин уҡыным шиғырҙарын, Илеште данлағанын. Нисек Ринат ағайҙың Үҙ ерен ҙурлағанын.. Маҡтаған туған төйәген, Ерен ташлап китмәгән. Мәңге уға тоғро булып, Йәшен булып йәшнәгән. Әйтер һүҙҙәре бөтмәгән, Шиғыр яҙған ул янып. Ере менән ғорурланып, Тәбиғәттән моң алып. Иңгә төшкән ауырлыҡты Намыҫ менән күтәргән. Егет булып ҡала белгән Матур итеп йәшәгән. "Мин - йәш Шәһитсе" медиамәктәбе уҡыусыһы Азалия Фаздалова. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. #ФСГОРБ #ГрантыРБ

Ринат Хәйри иҫтәлегенә
Ринат Хәйри иҫтәлегенә
Ринат Хәйри иҫтәлегенә
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: