+16 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
7 Февраля 2025, 09:47

ҺӨЙӨНСӨ!!!

"Аҡбуҙат"ҡа яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды бөгөн!

ҺӨЙӨНСӨ!!!ҺӨЙӨНСӨ!!!
ҺӨЙӨНСӨ!!!

Әлбиттә, журналға күпләп яҙылғандарҙың бүләк оторға мөмкинлеге лә ҙурыраҡ! Шулай итеп, еңеүселәр исемлеге түбәндәгесә:

- Белорет ҡалаһы Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының 1-се класы уҡыусыларына - саң һурҙырғыс;
- Әбйәлил районы Йәнгел ауылы мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары - блендер;
- Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан Батырхан Ҡудашев - вафли бешерә торған һауыт;
- Илеш районынан Әлмира Ғимазова - электр сәйнүге;
- Өфө ҡалаһының 166-сы башҡорт балалар баҡсаһынан Вәсилә Аҙнабаева - ҡәһүә онтағыс!

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! 

Бүләктәрҙе түбәндәге адрес буйынса килеп алырға була:
Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 103-105-се бүлмәләр.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас