Журнал хеҙмәткәрҙәрен бик йылы ҡаршы алды балалар баҡсаһы. Кескәйҙәр ҡунаҡтарға йырлы-шиғырлы сәләм дә әҙерләп ҡуйған ине. Был сығыштарҙы тиҙҙән һеҙгә лә тәҡдим итербеҙ.
Шулай уҡ "Аҡбуҙат" журналына төркөм менән яҙылып, 166-сы балалар баҡсаһы бүләк тә отҡайны - юл төшкәндә уны ла тапшырып киттек.
Осрашыуҙы ойошторған балалар баҡсаһы мөдире Рита Фәнис ҡыҙы, өлкән тәрбиәсе Резеда Мәҡсүт ҡыҙы, тәрбиәсе-психолог Гүзәл Фуат ҡыҙына һәм һәләтле, шаян кескәйҙәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе юллайбыҙ!