«Шатлыҡ бүләк ит» үҙәгенә нигеҙ һалыусы Карина Ҡадырова, был проект балалар күңеленә сәнғәт өлгөләре аша изгелек, ҡыуаныс бүләк итәсәк, тип билдәләй. Күргәҙмә Өфө ҡалаһының «Бергәләп» ғаилә үҙәгендә асылды. 2025 йылда күргәҙмә Башҡортостан Республикаһының ғаилә тәрбиәһенә һәм социаль приюттарына булышлыҡ итеү үҙәктәре буйлап йөрөйәсәк, балаларға сәнғәт донъяһына ҡағылыу һәм уларҙы ижадҡа дәртләндереү мөмкинлеге бирәсәк. «Бергәләп» ғаилә үҙәгендә үткән сара балалар өсөн ысын байрамға әйләнде. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Алексей Александрович Петриков үҙенең ижади юлы һәм оҫталыҡ серҙәре менән бүлеште. Тәжрибәле педагогтар менән үткәрелгән оҫталыҡ дәресе барыһының да күңеленә хуш килде. Артабан был күргәҙмә республика балалары һәм үҫмерҙәре өсөн социаль приюттарҙа ҡуйыласаҡ. Ойоштороусылар барлыҡ теләүселәрҙе проектҡа ҡушылырға һәм балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә ярҙам күрһәтергә саҡыра.