+5 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль , 14:46

Ике Алмас

2025 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Ватанды һаҡлаусы йылы тип иғлан ителде. Башҡортостанда иһә был йыл Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы булараҡ билдәләнә.

Ике Алмас
Ике Алмас

Беҙҙең кескәйҙәр ҙә батырҙарыбыҙҙы, ил һаҡлаған яугирҙарҙы белеп, йөҙгә танып үҫергә тейеш.
"Аҡбуҙат" журналының быйылғы тәүге һанының "Шәхес һәм мин" рубрикаһында ике Алмасты биргәйнек. Береһе - Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының ихлас, әүҙем уҡыусыһы - Алмас Солтаҡаев булһа, икенсеһе - башҡорт батыры, Рәсәй Геройы Алмас Сафин. Махсус хәрби операцияһында ҡатнашҡан "Башкир" позывнойлы яугирыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Бөгөн Раевка ҡасабаһында, Новосибирскиҙа уға бюст ҡуйылған, белем алған 2-се һанлы Раевка мәктәбе исемен йөрөтә, Батыр партаһы бар. Әлшәй районында хәрби-патриотик йырҙар башҡарған "Алмаз" балалар вокаль-инструменталь ансамбле булдырылған.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: