28 ғинуарҙа Ф.Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында "Аҡбуҙат" журналы менән берлектә матур сара уҙғарылды.
Кисәгә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм бик күп әҙәби премиялар лауреаты Ҡәҙим Аралбай, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты Сәрүәр Сурина, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының үҫеш буйынса бүлек мөдире Рәзилә Салауатова, "Аҡбуҙат" журналы хеҙмәткәрҙәре һәм Факиһа Туғыҙбаеваның ҡыҙы - Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Күскилдина саҡырылғайны. Әйткәндәй, Зөлфиә Мансур ҡыҙы тап Ф.Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡыған.
Бик матур, бай йөкмәткеле килеп сыҡты бөгөнгө сара. 20-селәр килгән ҡунаҡтар өсөн йыр һәм бейеү, шиғырҙар, ҡурай моңо, хатта ғилми сығыштар әҙерләп ҡуйған. Квиз уйыны ла бик йәнле, мауыҡтырғыс алып барылды.
Һүрәттәр конкурсы еңеүселәрен, ғилми сығыш әҙерләгән уҡыусыларҙы "Аҡбуҙат" журналы Грамоталар менән бүләкләп китте.
Шулай итеп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға арнап ойошторолған һүрәттәр конкурсында түбәндәге уҡыусылар еңеүсе тип табылды:
I урын - Артем Имаев, 1 "А" класы;
II урын - Йәсминә Лоҡманова, 1"Б" класы;
III урын - Йәсмин Гәрәева, 2 "А" класы.
Ә ижади конференцияла уңышлы сығыш яһағаны өсөн Нияз Яҡупов (6"А" класы) һәм Мәҙинә Юлбирҙина (2"В" класы) Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
"Аҡбуҙат" журналын ойоштороусы һәм уның беренсе баш мөхәррире Факиһа Туғыҙбаеваның шиғырҙарын кескәйҙәр шулай һөйләп торһа, йырҙары йырланһа, рухы яҡты һәм тыныс булыр.