+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар , 13:54

Шатлығыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ

Киң мәғлүмәт саралары арауыҡтары дәүләт һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереүҙе яҡтыртыуға арналған республика конкурсында "Аҡбуҙат" журналы 2-се урын яуланы!Был конкурста 150-нән ашыу баҫма ҡатнашты.

Шатлығыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ
Шатлығыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ

Билдәле булыуынса, "Аҡбуҙат" журналы үткән йылда Ханты-Манси автономиялы округы бәләкәстәре өсөн айырым һан әҙерләп сығарҙы. Шулай уҡ баҫмабыҙҙың 5-се һаны халыҡ ара «Китап-байрам»ына арналып, төрлө телдәрҙән тәржемә ителгән хикәйә, әкиәт, шиғыр, мәҡәлдәрҙе үҙ эсенә алғайны. Кескәй башҡорт үҙ туған халҡынан тыш, башҡа милләттәрҙе белеп үҫә.

Был матур еңеүебеҙ менән һеҙҙе лә ҡотлайбыҙ, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ! Журнал ҡыҙыҡһыныу уята икән - бында һеҙҙең дә өлөшөгөҙ, иғтибарығыҙ ҙур!

Һәр ваҡыт бергә ҡалайыҡ, киләсәк быуынды дөрөҫ итеп тәрбиәләүҙә берҙәм көс түгәйек!

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: