Сара барышында 1812 йылғы Ватан һуғышында һыбайлы башҡорт уҡсыларының күрһәткән батырлыҡтары хаҡында һөйләнелде. Дәүләкән районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Әхмәтрәхимов башҡорт көйҙәрен ҡурайҙа уйнаны, махсус хәрби операция ветераны, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы ағзаһы Ринат Күлтоманов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Милли кейемдәрҙә фотоға төшөү, боронғо хәрби ҡоралдарҙы тотоп ҡарау мөмкинлеге айырыуса балаларға бик оҡшаны. Ошондай сараны йәйгеһен Асылыкүл буйында ла үткәреү тураһында һөйләшеп килеште ойоштороусылар.