Артур Әлтәф улы "Һәнәк" журналының художестволы мөхәррире булып эшләһә лә, башҡа баҫмалар менән дә хеҙмәттәшлек итә. З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте китаптарында, "Аҡбуҙат", "Аманат", "Тулпар" журналдарында уның һүрәттәре даими баҫыла.
"Аҡбуҙат" журналы менән генә лә талантлы рәссам 25 йылдан ашыу хеҙмәттәшлек итә. Яратҡан рәссамыбыҙҙы яңы күргәҙмәһе менән ҡотлар өсөн "Аҡбуҙат" журналы хеҙмәткәрҙәре бөгөн Чижов йортонда булып ҡайтты.
Артур Әлтәф улы беҙгә экскурсия үткәреп, һәр һүрәттең тарихы менән таныштырҙы.
Һүрәт төшөрөү еңелдән түгел икән: ниндәйҙер әҫәргә иллюстрация эшләр өсөн, мәҫәлән, шул осорҙа ниндәй кейем кейелгән, ниндәй көнкүреш кәрәк-яраҡтары ҡулланылған, кеше араһында мөнәсәбәттәр нисек ҡоролған, хатта эттәрҙең ниндәй тоҡомон тотҡандар - барыһын да белеү, өйрәнә рәссам!
Күргәҙмәлә Артур Вәсиловтың китаптар өсөн төшөрөлгән һүрәттәре генә ҡуйылған, журналдарҙа сыҡҡан рәсемдәрен дә алһаҡ, тағы ла берәй ун зал кәрәк булыр ине!
Талант эйәһе, билдәле рәссам Артур Әлтәф улын яңы күргәҙмәһе менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ижади уңыштар, яңы асыштар теләйбеҙ!