14 декабрь Башҡорт теле көнө уңайынан беҙҙең "Йондоҙло" балалар баҡсаһында"Быуындан-быуынға" тигән бик матур сара үткәрелде. Сарала өс быуын ҡатнашты. Кисәлә ҡатнашҡан һәр ғаилә бик матур итеп башҡорт телебеҙҙә сығыш яһанылар.
Башҡорт халҡы шул тиклем талантлы икәнен күрһәттеләр: йырланылар, бейенеләр,шиғыр һөйләнеләр. Беҙҙең төркөмдән саф башҡорт ғаиләһе Бөркөтбаевалар ҡатнашты. Улар "Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы" исеменә лайыҡ булдылар.Бөркөтбаевтар ғаиләһе бик актив, дәртле, телебеҙ, илебеҙ өсөн янып йәшәгән ғаилә.
Башҡорт теленә һөйөү ғаиләнән башлана. Туған телебеҙҙә һөйләшеп, телебеҙҙе быуындан-быуынға тапшырайыҡ, башҡорт рухында балаларыбыҙҙы тәрбиәләйек.
Баймаҡ ҡалаһы"Йондоҙло" балалар баҡсаһы.
Тәрбиәсеһе: Әүәлбаева Көнһылыу Ғаҡиф ҡыҙы