-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь , 08:50

«Аҡмулла — яҡтылыҡ шағиры» музыкаль-шиғри конкурсы

“Тура-хан” визит-үҙәгендә «Аҡмулла — яҡтылыҡ шағиры» музыкаль-шиғри конкурсы үтте.

«Аҡмулла — яҡтылыҡ шағиры» музыкаль-шиғри конкурсы
«Аҡмулла — яҡтылыҡ шағиры» музыкаль-шиғри конкурсы

22 ноябрҙә Шишмә районында “Аҡмулла - яҡтылыҡ шағиры” тигән музыкаль-шиғри конкурсы үткәрелде Конкурс Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, “Мең ырыуы” өлкә йәмәғәт ойошмаһы һәм Шишмә районы башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо.

Сара мең ырыуы гимнын күмәкләп башҡарыуҙан башланды. М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Сәғитов ҡатнашыусыларға видеомөрәжәғәтен ебәргән ине.

Кисәне асыу тантанаһында конкурстың ойоштороусыһы - йәмәғәт эшмәкәре, “Мең ырыуы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Әхнәф Тимербулатов ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаны.

Конкурста 7 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге уҡыусылар ҡатнашты. Әлшәй, Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар, Дәүләкән, Иглин, Миәкә, Шишмә райондарынан 29 ғариза ҡабул ителде. Шишмә районының «Аленушка» балалар баҡсаһы исеменән сығыш яһаған өс йәшлек Асель Хисмәтуллина иң йәш ҡатнашыусы булды. Ҡатнашыусыларҙың сығыштырын хөрмәтле баһалама ағзалары тикшерҙе: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Ләйлә Хөсәйенова; ошо уҡ университеттың төрки һәм көнсығыш филологияһы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, филология фәндәре кандидаты Айтуған Куланчин; Шишмә районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә Юнысова; Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы аппаратының баш белгесе Ҡәҙриә Дәүләтханова; Шишмә мәғлүмәт үҙәге директоры (“Родник Плюс” гәзитенең баш мөхәррире) Дилбәр Хәмитова. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ҡатнашыусылар әҫәр һайлауға бик яуаплы ҡараған. Һәр ҡатнашыусы, етәксеһе менән бергә бар күңелен һалып, сығышын иҫтә ҡалырлыҡ һәм сағыу итеп башҡарырға тырышты. Баһалама ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы. Шулай итеп, Дәүләкән ҡалаһынан 11 йәшлек Әмил Шәфиев һәм Миәкә районынан 12 йәшлек Самира Туленкова беренсе дәрәжә диплом менән; Ауырғазы районынан 9 йәшлек Гөлдәриә Һатлыҡова, Иглин районынан 14 йәшлек Йәмил Мөзәфин һәм Әлшәй районынан 12 йәшлек Айнур Иҫәнов икенсе дәрәжә диплом; ә Бишбүләк районынан 11 йәшлек Лидиана Абайдуллина, Шишмәнән 10 йәшлек Әмирә Хисмәтуллина, Благовар районынан 11 йәшлек Айгиз Ғайсин өсөнсө дәрәжә дипломдары менән бүләкләнде.

Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы Мифтахетдин Аҡмулла музейының мөдире Ғәйнетдинова Миләүшә Таһир ҡыҙы тарафынан махсус күргәҙмә ойошторолдо.

Шулай уҡ Туҡһанбай ауылының “Йәншишмә” фольклор ансамбле Аҡмулла һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар менән сараны биҙәне. Шишмә районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Рәфис Ҡарағолов «Аҡмулла – яҡтылыҡ шағиры» төбәк музыкаль-шиғри конкурсында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сертификат тапшырылды. Конкурстан һуң башҡорт теле уҡытусылары менән телебеҙҙе мәктәптәрҙә уҡытыу, уны үҫтереү мәьсәләләре буйынса махсус кәңәшмә үткәрелде.

«Аҡмулла — яҡтылыҡ шағиры» музыкаль-шиғри конкурсы
«Аҡмулла — яҡтылыҡ шағиры» музыкаль-шиғри конкурсы
«Аҡмулла — яҡтылыҡ шағиры» музыкаль-шиғри конкурсы
«Аҡмулла — яҡтылыҡ шағиры» музыкаль-шиғри конкурсы
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: