+10 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
18 Ноября 2024, 10:02

Башҡорт яҙыусыларының китаптары - башҡа телдәрҙә

1 ноябрь көнө З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала башҡорт яҙыусыларының төрлө телдәрҙә донъя күргән китаптарынан торған күргәҙмә эш башланы.

Башҡорт яҙыусыларының китаптары - башҡа телдәрҙәБашҡорт яҙыусыларының китаптары - башҡа телдәрҙә
Башҡорт яҙыусыларының китаптары - башҡа телдәрҙә

Күргәҙмә менән Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары Ҡәҙим Аралбай, Марсель Сәлимов, Таңсулпан Ғарипова, Гүзәл Ситдиҡова, Ринат Камал, шулай уҡ Башҡортостан әҙәбиәтселәре һәм Өфө ҡунаҡтары - "КоРифеи" халыҡ-ара йәштәр әҙәби фестивале ҡатнашыусылары танышты.

Күргәҙмә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Яҙыусылар союзы ойошторған Башҡортостан яҙыусылары әҫәрҙәрен тәржемә итеү буйынса "Ут күршеләр" мәғрифәтселек проекты сиктәрендә булдырылды.

#ФСГОРБ #ГрантыРБ

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас