Конкурс өс номинация буйынса үткәрелде:
💢1. «Пушкин эҙҙәре буйлап»: конкурсанттар Пушкиндың әҫәрҙәре буйынса инша, эссе, хикәйә яҙҙы.
💢2. «Яңы быуатта ла Пушкин беҙҙең менән»: буктрейлер (Пушкиндың китаптары тураһында ҙур булмаған видеояҙма), презентациялар.
💢3. «Әкиәттәрҙең фәһемле һабағы»: А. С. Пушкин әкиәттәрен ҡулланып, тактиль китап эшләү.
Конкурсты ойоштороусылар ижади эштәрҙең күплеген һәм уларҙың һәр береһенең бик үҙенсәлекле булыуын билдәләп үтте.
Был конкурста "Аҡбуҙат" журналы ла үҙенең махсус бүләген булдырҙы.
Ижади ҡараш, бай фантазия менән айырылып торған эш авторҙарын баҫмабыҙҙың баш мөхәррире Лариса Абдуллина почет грамоталары менән бүләкләп китте.
Улар - Әмирә Фәтҡуллина һәм Валерия Самойлова.
Афарин, ҡыҙҙар! Яңы үрҙәр, тырышлыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ һеҙгә!