2 ноябрҙә З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала "Бөгөнгө шарттарҙа художестволы тәржемә практикаһы" семинары үтте. Унда Башҡортостан яҙыусыларының әҫәрҙәрен тәржемә итеү буйынса "Ут күршеләр" әҙәби проекты ҡатнашыусылары, Башҡортостан яҙыусылары, мәҙәни йәмәғәтселек һәм республика ҡунаҡтары - билдәле Рәсәй әҙәбиәтселәре һәм тәржемәселәре сығыш яһаны.
Проектта ҡатнашыусылар "Инеш" нәшриәте директоры Гөлнара Белозерова менән танышты. Ул, үҙ сиратында, тәржемә эшендә хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын белдерҙе.
Шағир, прозаик, тәнҡитсе, тәржемәсе Юрий Анатольевич Татаренко (Новосибирск), күренекле тәржемәсе һәм шағир Виктор Альфредович Куллэ (Мәскәү), Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡованың сығышы барыһы өсөн дә фәһемле булды.
Рәсәй прозаигы, әҙәби тәнҡитсе, Рәсәй Яҙыусылар союзының Йәш әҙәбиәтселәр советы етәксеһе Андрей Тимофеев, шағирә, прозаик, драматург, әҙәби тәржемәсе Светлана Чураева тәржемә эшендә белем биреү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Прозаик, тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе Игорь Фроловтың доклады айырыуса көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртты. Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев тулыһынса уның һүҙҙәре менән килешеүен белдерҙе.
#ФСГОРБ #ГрантыРБ