-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь , 15:50

Тәржемә эше ни хәлдә?

Хәҙерге көндә тәржемә эшенең торошон тикшереү маҡсатында Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан килгән тәржемәсе һәм әҙәбиәтселәр Өфөлә осрашты.

Тәржемә эше ни хәлдә?
Тәржемә эше ни хәлдә?

2024 йылдың 2 ноябрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың төп корпусында Башҡортостан яҙыусыларының әҫәрҙәрен тәржемә итеү буйынса "Ут күршеләр" проекты сиктәрендә "Әҙәби тәржемә - XXI быуат әңгәмәһе" тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте.

Уны Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов асты. Ул Башҡортостанда тәржемә эше нисек алып барылыуы тураһында һөйләп үтте. Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында 2023 йылда тормошҡа ашырылған "Салауат ерендә" художестволы тәржемә конкурсы һөҙөмтәләре һәм "Ут күршеләр" проекты барышы тураһында мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.

Шулай уҡ филология фәндәре кандидаты, А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының шиғриәт семинары етәксеһе Виктор Альфредович Куллэ сығыш яһаны, унан һуң һүҙ Новосибирскиҙан килгән шағир, прозаик, тәнҡитсе, әҙәби тәржемәсе Юрий Анатольевич Татаренкоға бирелде.

Рәсәй прозаигы, әҙәби тәнҡитсе, Рәсәй Яҙыусылар союзының Йәш әҙәбиәтселәр советы етәксеһе Тимофеев Андрей Николаевич та йәштәр араһында тәржемә эшенә иғтибар ҙур булыуын билдәләп үтте. Быны Өфө ҡунаҡтары, йәш шағирҙар - Санкт-Петербургтан София Орлова, Королевтан Екатерина Кудакова, Балашиханан Екатерина Москалёва, Омскиҙан Игорь Федоровский һәм башҡалар раҫлап китте һәм Башҡортостан яҙыусыларының әҫәрҙәрен тәржемәләүгә теләктәре ҙур икәнлеген белдерҙе.

Сара "Ут күршеләр" проектында ҡатнашыусы биш тәржемәсегә - Алик Шакиров, Заһиҙә Мусина, Зөһрә Бураҡаева, Юрий Татаренко, Юлдаш Ураҡсинға китап баҫтырып сығарыу өсөн бирелгән сертификаттар тапшырыу менән тамамланды.

#ФСГОРБ #ГрантыРБ

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: