"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында 180-дән ашыу бала тәрбиәләнә. Һәр тәрбиәсе, педагогтар балаларҙы илһөйәр, телһөйәр итеп үҫтереү өсөн күп көс һала бында.
Яҙыусы апайҙар менән үткән кисәлә лә бәләкәстәр әүҙем ҡатнашты, кешене кеше иткән төп төшөнсәләр, әҙәп-әхлаҡ тураһында әңгәмәләштеләр. Ә Урал Әминев Лариса Хашим ҡыҙы менән бергә үҙенең шәжәрәһен төҙөнө.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә аҡ бәхеттәр, уңыштар теләйбеҙ!