Бөгөн "Йәш Шәһитсе"ләр, төрлө баҫмалар менән танышыу маҡсатында, Матбуғат йортона юлланды. Әлбиттә, башта улар "Аҡбуҙат" журналына инеп сығырға ҡарар итте, медиамәктәпте бит тап ошо журнал апайҙары ойошторған! Баҫманың рәссамы Майя Лерун ҡыҙы Ҡәйүмова журнал сығарыу этаптары, иллюстрациялар хаҡында матур итеп һөйләп үтте. Баҫманың дизайнеры Анатолий Корнеев балалар өсөн ҡыҙыҡлы булған версткалау, яҡтылыҡ ярҙамында фотоларҙы эшкәртеү хаҡында мәғлүмәттәр менән бүлеште. Яратҡан баҫмаларының нисек төҙөлөүен, уның һүрәттәре ҡайһылайыраҡ журналға инеп ятыуын, ниндәй программалар аша эшләнеүен ихлас тыңланы йәш хәбәрселәр. Бер-нисә көн эсендә яҡын күреп өйрәнгән апайҙарының өҫтәлдәре артына ултырып ҡарап, Матбуғат йортоноң лифтында йөрөп, ҡәнәғәт йөҙ менән гимназия-интернатҡа юлланды кире "йәш Шәһитсе"ләр. #ФСГОРБ #ГрантыРБ