"Шәһитселәр" менән осрашыуҙы ла беҙ тап "Торатау" конгресс-холында башларға уйлайбыҙ. Әлеге ваҡытта балаларҙы ҡабул итеү үтенесе менән хаттар яҙылды, бында ойоштороласаҡ саралар буйынса һөйләшеүҙәр үткәрелде, төшкө аш өсөн меню төҙөлдө. IV халыҡ-ара этнотуризм форумы сиктәрендә был көндө унда күп саралар ҡаралған. "Мин - йәш Шәһитсе" мәктәбе уҡыусыларын да ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтә.