Әлеге көндә Республикабыҙҙың төрлө райондарынан башҡортса матур һөйләшкән, үҙ фекерен тулы итеп ҡағыҙ битенә яҙа алырҙай балалар йыйыла, эш программаһы төҙөлә, дәрес, осрашыуҙар планлаштырыла, бәләкәстәргә бүләктәр һайланыла.
Әлбиттә, һәләтле уҡыусылар бик күп. Уларҙың һәр береһен был проектҡа саҡырып, һәр береһе менән айырым эшләп ҡарарға теләк ҙур. Әммә проектта ҡатнашыусылар һаны сикле - тиҙҙән 30 бала Өфөгә саҡырыласаҡ.
#ФСГОРБ #ГрантыРБ