+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь , 19:10

"Рәсәй - спорт державаһы" форумы сиктәрендә үткәреләсәк баскетбол буйынса "Йондо

17 октябрҙә, "Рәсәй - спорт державаһы" форумының беренсе көнөндә, эшлекле программа тамамланғас, килгән ҡунаҡтар һәм көйәрмәндәр киң танылған ике команда араһындағы баскетбол ярышын ҡарай ала.

"Рәсәй - спорт державаһы" форумы сиктәрендә үткәреләсәк баскетбол буйынса "Йондо
"Рәсәй - спорт державаһы" форумы сиктәрендә үткәреләсәк баскетбол буйынса "Йондо

Был көндө "Динамо" майҙанына Рәсәй спорты легендалары, Олимпия һәм донъя чемпиондары, танылған баскетболсылар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм бизнес вәкилдәре сыға: улар майҙанда барыһы ла тиң хоҡуҡта уйнаясаҡ!

Уйынға профессиональ баскетболсылар: Олимпия уйындарының бронза призеры, Европа чемпионы Сергей Моня, өс тапҡыр Евролига еңеүсеһе, Европа Кубогын яулаған Алексей Саврасенко, баскетбол буйынса Олимпия уйындарының көмөш призеры Александр Зуев, Олимпия уйындарының ике тапҡыр бронза призеры Наталья Водопьянова дәрт һәм сәм өҫтәйәсәк.

Матчта шулай уҡ Рәсәй спортсылары: грек-рим көрәше буйынса ике тапҡыр олимпия чемпионы Роман Власов, спорт гимнастикаһы буйынса олимпия чемпионы Никита Нагорный, Башҡортостандың билдәле вәкиле - биатлон буйынса Олимпия уйындары призеры Максим Чудов һәм башҡа спортсылар ҡатнашасаҡ.

"Рәсәй - спорт державаһы" XII халыҡ-ара форумының рәсми девизы итеп "Спорт. Ғаилә. Рәсәй" лозунгы раҫланған. Шуға күрә йондоҙло командалар составына дүрт Өфө уҡыусыһы ла индерелгән. Йәш баскетболсылар өсөн был - ысын мәғәнәһендә йондоҙло сығыш!

Сараның программаһын лазерлы тамаша биҙәйәсәк, тәнәфес ваҡытында "Атмосфера" ижади проекты һәм "Динамо" баскетбол клубының дәртләндереү төркөмө сығыштары көтөлә.

"Динамо" спорт комплексы фойеһында махсус фотозона ойоштороласаҡ. Матч башланыуға бер сәғәт ҡалғас, бында билдәле спортсылар килгән ҡунаҡтарға автограф тарата һәм улар менән фотоға төшөү мөмкинлеге буласаҡ.

Сараға инеү бушлай!

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: