Башҡортостанға илдең һәм донъяның төрлө мөйөштәренән 150-нән ашыу олимпия чемпионы һәм тренерҙар ҡатнашлығында саралар үткәреләсәк.
Өс көн дауамында барасаҡ форум 19 октябрҙә Халыҡ-ара йөрөү көнө менән тамамлана, унда 25 меңләп кеше ҡатнашыр, тип көтөлә.
Муниципалитет һәм ҡала етәкселеге Өфө халҡына һәм баш ҡала ҡунаҡтарына индерелгән сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙәрен һәм маршрутты алдан планлаштырыуҙарын һорай.