Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания ҡатнашты. Улар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.
Мәктәп уҡыусылары шайморатовсылар антын бирҙе һәм үҙ халҡына тоғро булырға, лайыҡлы уҡырға һәм Ватанға хеҙмәт итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе.
Байраҡтар тапшырылғас, уҡыусылар үҙҙәренең гимнын - "Шайморатов-генерал" йырын башҡарҙы.
Сара яңы сафҡа баҫҡан шайморатовсыларҙың тантаналы маршы менән тамамланды.
Яровиков Олег, Шәрипҡолов Тимур, Мөхәмәтйәнов Азат фотолары