Бөгөн, 4 октябрь, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында матбуғат конференцияһы үткәрелде.
Яңы ижад миҙгеленә аяҡ баҫҡан театрҙың пландары, маҡсаттары, көтөләсәк яңы спектаклдәре хаҡында булды осрашыу.
Беҙ, балалар баҫмаһы хеҙмәткәрҙәре булараҡ, әлбиттә, Милли йәштәр театрында бәләкәстәр өсөн ҡуйылған спектаклдәр менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Бөгөн театр сәхнәһендә иң бәләкәй дуҫтарыбыҙ өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр, иң бәләкәй тамашасының да иғтибарын тотоп ала белер сағыу тамашалар әҙерләнгән. Әйтәйек, әҙәбиәтебеҙ классигы Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса “Тылсымлы тирмән”, “Әлфиә хикәйәләре”, шулай уҡ “Беҙҙең өйҙөң йәме” һәм башҡа спектаклдәр үҙ тамашасыларын көтөп ҡала.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта бында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған театр декадаһы әҙерләнгән. Яратып уҡыған әҫәрҙәребеҙ буйынса ҡуйылған тамашаларҙы барып ҡарарға онотмағыҙ!
Шулай уҡ 14 йәштән 22 йәшкә тиклем үҫмерҙәр өсөн Пушкин картаһы ла ғәмәлдә.
Тағы ла ҙур һөйөнөс: театр бинаһында бәләкәс балалар өсөн уйын бүлмәһе эшләй. Ата-әсәләр спектаклдәр ҡараған ваҡытта тәрбиәселәр балалар менән төрлө уйындар уйнап, сабыйҙарҙың ялын да ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тәҡдим итә.
Яңы йылға башҡорт телендә спектаклдәр ҙә планлаштырылған театрҙа, балаларға бүләк рәүешендә башҡортса һөйләшкән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа бәләкәс тамашасылар менән шыршы тирәләй бейеп-йырларға әҙер!