-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь , 17:17

Милләт ҡото - йолалар

Йәйҙең матур бер көнөндә Татарстан республикаһының Бөгөлмә ҡалаһы Ленин исемендәге үҙәк майҙанында “Кәкүк сәйе” байрамы үткәрелде.

Милләт ҡото - йолалар
Милләт ҡото - йолалар

Сараны ҡала китапханалары хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.
Ҡала халҡы байрам сиктәрендә ойошторолған фото төшөү урынын бик оҡшатты, китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан уҙғарылған йолаларҙа ла ихлас ҡатнашты.
Майҙанда йыйылыусыларға милли байрам тарихы, үткәрелеү сәбәптәре һәм шарттары һөйләнелде.
Билдәле булыуынса, башҡорт халҡында кәкүк һәм ҡарға изге ҡоштар һанала, тап уларға бағышлап, халыҡ элек-электән яҙ көндәре тәбиғәткә сығып, байрам ойошторған. Был сарала, ғәҙәттә, бары балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашҡан.
Бөгөлмә ҡалаһының тап уртаһында үткәрелгән сара халыҡ уйындары, йыр-бейеү менән дауам итте, балалар сәскә һәм үләндәрҙән таждар үрҙе, китап күргәҙмәһе менән танышты һәм байрам һуңында, ҡулға-ҡул тотоноп, әйлән-бәйләнгә төштө.
Көҙгө сыуаҡ көндәрҙә йәйге байрамдарҙы ла иҫкә төшөрөп алайыҡ!

Милләт ҡото - йолалар
Милләт ҡото - йолалар
Милләт ҡото - йолалар
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: