Һәм тап ике йыл элек "Аҡбуҙат" журналы тәүге тапҡыр рус телендә әҙерләнеп, башта Донецк Халыҡ Республикаһы балалары өсөн нәшер ителде.
Күп тә үтмәй, 1000 дана менән Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Башҡортостан балалары ярҙамында яңы һаны әҙерләнде.
Баҫмабыҙҙың баш мөхәррире яңы өлкәләрҙәге балалар менән осрашып, "Аҡбуҙат"тың яңы һандарын таратты. Баҫманың үҙенсәлеге лә шунда ине - ул яңы төбәк балалары менән бергә әҙерләнгәйне. Осрашыуҙарҙа журналда мәҡәләләре, шиғырҙары, һүрәттәре баҫылған ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнашты.