Минераль Һыуҙар ҡалаһының Миңлеғәли Шайморатов исемендәге "Бетельгейзе" хәрби-патриотик художестволы арт-студияһы балалары госпиталдәрҙә яралы һалдаттар алдында сығыштар яһай, үҙҙәре һүрәттәр конкурстарын ойоштора. Арт-студияның етәксеһе: хәрби хеҙмәткәр Светлана Викторовна Павлова. Уҙған йылда улар "Төньяҡ амурҙарына" арналған ике тапҡыр һүрәт конкурстарын үткәргәндәр. Береһе 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһына бәйле булһа, икенсеһе М.Шайморатов етәкләгән Башҡорт кавалерия девизияһының батырлығына арнлаған. Әлеге ваҡытта арт-студия балалары Владикавказда Алания ҡалаһының сараларында ҡатнаша.