"Мин - йәш Шаһитсы" ("Я - юный Шагитовец") тип аталған ҙур проект балалар өсөн дүрт йүнәлешле медиамәктәп булдырасаҡ. Ул нәфис әҙәбиәт, журналистика, нәфис биҙәү һәм балалар баҫмаларын дизайнлау, аудио һәм видеоконтент етештереү кеүек өлкәләрҙе үҙ эсенә ала.
Ошо проектҡа ярашлы, Түңгәүер ырыуы йыйыны сиктәрендә баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балалар менән күрешеп, уйын рәүешендә дәрес үткәрҙе.
Бәләкәстәр бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, мәҡәлә яҙҙы. Иң яҡшы тип табылған мәҡәлә журнал биттәрендә урын аласаҡ.
Медиамәктәп өсөн тәүге ҡатнашыусыларыбыҙ тап Хәйбулла яҡтарынан булыр һәм улар ҙур теләк менән был проект бурыстарын үтәп сығыр тип ышанабыҙ!
#ФСГОРБ #ГрантыРБ #нкогранты2024