-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август , 18:09

"Аҡбуҙат" журналы Түңгәүер ырыуы балалары менән осрашты

Бөгөн Түңгәүер ырыуы башҡорттары Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондарында йәшәй.

"Аҡбуҙат" журналы Түңгәүер ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Түңгәүер ырыуы балалары менән осрашты

Түңгәүер ырыуы йыйыны сиктәрендә баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларға ырыу тарихын еткерҙе. "Башҡортостандың һәр кескәй гражданы туған телен, шәжәрәһен, тарихын һәм динен белеп үҫеүе - бик мөһим. Ул һеҙҙе көслө һәм аҡыллы, рухлы һәм иманлы итәсәк!" - тине ул.

Балалар менән башҡорт халҡының тамырҙары, үткәне, бөгөнгөһө, шәжәрә, иман хаҡында әңгәмә үткәрелде.

Һәр балаға "Аҡбуҙат" журналының Түңгәүер ырыуы хаҡындағы мәғлүмәт менән байытылған һаны бүләк ителде.

"Аҡбуҙат" журналы Түңгәүер ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Түңгәүер ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Түңгәүер ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Түңгәүер ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Түңгәүер ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Түңгәүер ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Түңгәүер ырыуы балалары менән осрашты
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: