"Аҡбуҙат" журналының быйылғы беренсе һаны Түңгәүер ырыуына бағышланғайны. Ошо уңайҙан был ырыу йыйынында бәләкәс дуҫтарыбыҙға журналдың ошо һаны таратыла.
Үҙ илеңдең, ырыуыңдың тарихын белеү – ул үҙ-үҙеңде хөрмәт итеү ул.
Сараларҙа Хәйбулла районы Хакимиәте Башлығы Рөстәм Шәрипов, Түңгәүер ырыуының ҡорбашы - Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, сығышы менән Хәйбулла районынан булған шәхес - Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев ҡатнаша.
Билдәле булыуынса, башҡорттар элек-электән ырыуҙар менән йәшәгән. Ғалимдар иҫәпләүенсә, халҡыбыҙҙа ҡырҡтан ашыу ырыу булған. Түңгәүер - ул башҡорт халҡының нигеҙен тәшкил иткәниң ҙур ырыуҙарҙың береһе.
💥Түңгәүерҙәрҙең тамғаһы – ярым ай, ағасы – ерек, ҡошо – һайыҫҡан, ораны – ҡуңғрат.