14-16 августа Өфө ҡалаһында "Рәсәй төркиҙәре" Бөтә Рәсәй конференцияһы булып үтте. Конференцияла Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Әстрәхан, Ҡазан, Чебоксары, Махачкала, Яҡутск, Төмән, Нальчик ҡалаларынан һәм Башҡортостандың ғалимдары, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт әһелдәре ҡатнашты. Ҡунаҡтар өсөн Халыҡ-ара “Башҡорт аты” фестивален ҡарап ҡайтыу ойошторолдо.
Сарала һәр милләт вәкилдәре үҙ тыуған ерҙәрендә кескәйҙәр өсөн әҙерләнеп сығарылған үҙенсәлекле баҫмалар, гәзит-журналдар, төрлө китапсыҡтар хаҡында ентекле һөйләне. Түңәрәк өҫтәл барышында кескәйҙәрҙе тәрбиәләүҙә балалар телевидениеһының роле, теле-радио тапшырыуҙар һәм төрлө файҙалы проекттар хаҡында һүҙ барҙы. Бөгөн, 16 августа, иһә "Рәсәй төркиҙәре" конференцияһы ҡатнашыусылары Баймаҡ районында уҙғарылған Халыҡ-ара “Башҡорт аты” фестивален ҡарап ҡайттылар.
Был фестивалдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе, «Аҡбуҙат» журналы мөхәррире, шағирә, Салауат Юлаев ордены кавалеры Лариса Абдуллина “Аҡбуҙат” журналының «Башҡорт аты» проектына арналған махсус һаны менән таныштырҙы.