-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август , 12:56

"Башҡорт аты"нда - "Аҡбуҙат" журналының Башҡорт атына арналған һанының исем туйы

Әлеге ваҡытта Баймаҡ районының Граф күле буйында шаулап-гөрләп "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале үтә. Ул, Башҡортостан республикаһының Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, быйыл инде өсөнсө тапҡыр уҙғарыла.

Сарала төрлө төбәктәрҙән килгән "Рәсәй Төркиҙәре" Бөтә Рәсәй конференцияһы ҡунаҡтары, шулай уҡ Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Пакистан, Төркмәнстан, Мысыр, Ҡырғыҙстан ғалимдары һәм спортсылары ла ҡатнаша.

Бөгөн, "Башҡорт аты" фестивале программаһына ярашлы, "Аҡбуҙат" журналының Башҡорт атына арналған һанының исем туйы үтте.

Баҫмабыҙҙың 7-се һаны, тулыһынса аттарға арналып, бәләкәстәр өсөн бик кәрәкле, мөһим мәғлүмәт туплағанғайны.
Әйтәйек,
- ат тураһында шиғырҙар, хикәйә, комикс;
- башҡорттарҙа ат төҫөн һәм йәшен белдергән атамалар менән танышыу;
- өс телде сағыштырып өйрәнеү өсөн эшләнгән башҡортса-русса-инглизсә һүҙлек;
- кроссворд;
- донъяла аттарға арналған һәйкәлдәрҙең ҡайһы берҙәре, шулай уҡ Александр Орловскийҙың рәсеме менән танышыу;
- бәләкәс дуҫтарыбыҙҙың аттарға арналған һүрәттәре;
- башватҡыс;
- балаларға ҡолонсаҡ һәм бәләкәс башҡорт малайын үҙ ҡулдары менән эшләп алыу өсөн уңай яһанты;
- "Урал батыр" эпосынан өҙөк;
- буям;
- журналдың һуңғы битендә - ике Кәрим менән таныштырыр "Шәхес һәм мин" рубрикаһы.

Ат - башҡорт халҡының тоғро дуҫы, яуҙашы, уң ҡанаты.
"Аҡбуҙат" журналының Башҡорт атына арналған һаны аша бәләкәстәрҙе ошо изге йән - аттар менән таныштырыу бик уңай, маҡсатҡа ярашлы булыр тип ышанабыҙ 💫

"Башҡорт аты"нда - "Аҡбуҙат" журналының Башҡорт атына арналған һанының исем туйы
"Башҡорт аты"нда - "Аҡбуҙат" журналының Башҡорт атына арналған һанының исем туйы
"Башҡорт аты"нда - "Аҡбуҙат" журналының Башҡорт атына арналған һанының исем туйы
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: