Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды.
12 август оператив кәңәшмәлә Башҡортостан республикаһы Башлығы беҙҙең республика Курск өлкәһендә зыян күреүселәргә ярҙам итергә әҙер тип белдерҙе.
"Курс өлкәһендәге хәлдәрҙе барығыҙ ҙа күреп тораһығыҙ. Хәлдәр ауыр. Беҙ Курск өлкәһе етәкселеге менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Һәм беҙ Курск өлкәһендә йәшәүселәрҙе, балаларҙы ҡабул итергә әҙер икәнлегебеҙҙе еткерҙек. Был - беҙҙең изге бурыс. Уларға әлеге ваҡытта бик ауыр", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.