Бөрйән районы Яңы Собханғол төп дөйөм белем биреү мәктәбендә лә ошо уңайҙан проекттарҙы яҡлау үтте.
Уҡыусылар биш командаға бүленеп медиаүҙәк, ял зонаһы, туризм, бейеү студияһы, воркаут (урам спорт комплексы) проекттарын тәҡдим итте.
Уларҙың һәр береһе белем алыу ғына түгел, мәктәп уҡыусыларының шәхес булараҡ үҫешенә, ижади эшмәкәрлектәрен яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Сығыштар тамамланғас, 5-9 класс уҡыусылары үҙҙәренә оҡшаған проектҡа такыш бирҙе. Һөҙөмтәлә, 8-се кластың “Воркаут”ты еңеүсе итеп танылды.
Балалар уҡытыусылары Р. Баймырҙин һәм Л. Зәйнетдинова менән берлектә был проектты тормошҡа ашырасаҡ.