-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар , 17:33

Буласаҡ "айтишниктар" әҙерләйҙәр

Өфө ҡалаһының 161-се һанлы лицейында “Технодонъя” предуниверсарияһы асылды. 

Буласаҡ "айтишниктар" әҙерләйҙәр
Буласаҡ "айтишниктар" әҙерләйҙәр

Был мәғариф усағы Фән һәм технологиялар университеты менән хеҙмәттәшлек итеп, информацион технологиялар өлкәһендә белем алыу сифатын үҫтерәсәк.

Уҡыусылар өсөн бындай предуниверсарийҙың әһәмиәте 5-се кластан алып төрлө йүнәлештәр буйынса уҡытыуҙар булдырыуға ҡайтып ҡала. Шундай йүнәлештәрҙең береһе – технологик йүнәлеш.

Балаларҙың тап информацион технологиялар өлкәһендәге белемдәрен камиллаштырыу бөгөнгө көндә мөһим, сөнки илебеҙ өсөн тап ошо йүнәлештә көслө белгестәр кәрәк.

«Технодонъя» предуниверсарийында шөғөлләнгән уҡыусылар киләсәктә Өфө фән һәм технологиялар университетындағы Информатика, математика һәм робототехника институтының, Электротехник инжинирингы институтының студенттары булып китә ала.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас в