-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар , 08:46

Өфөлә һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн экскурсия уҙҙы

"Сиктәрҙе емереп" үҙәге тәрбиәләнеүселәре Р. Г. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейына сәйәхәт ҡылды.

Өфөлә һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн экскурсия уҙҙы
Өфөлә һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн экскурсия уҙҙы

2024 йыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе хәстәрләү йылы тип иғлан ителде.

Археология һәм этнография музейы иһә ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы Комитеты менән берлектә был юҫыҡта эште 2021 йылдан йәйелдерә — ике йөҙҙән ашыу һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн музейҙа экскурсия ойошторола.

Юнеско эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы Комитеты директоры Элина Ғатауллина белдереүенсә, улар төрлө йәштәге балалар менән әүҙем эш алып бара, уларға музейҙарға, геопарктарға сәйәхәттәр ойоштора.

Юғарыла телгә алып үткән музейға сәйәхәттә экскурсовод Аделия Чубараева балаларҙы Көньяҡ Урал халыҡтарының мираҫы, ҡыҙыҡлы музей экспонаттары, бөтә донъяға билдәле "Сармат алтындары" менән таныштырҙы.

Балаларға айырыуса тәьҫир иткәне палеолит осорондағы Хазар мамонтының һөлдәһе һәм тирмә ине.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас в