+2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2023, 10:39

Бала йөрәктәрен елкендерә "Елкән"!

Йәш музыканттар араһында "Елкән" өсөнсө телевизион конкурсы уҙҙы. Ул ҡатнашыусыларының башҡорт классик  музыкаһын башҡарыуҙары менән әһәмиәтле. 

Бала йөрәктәрен елкендерә "Елкән"!
Бала йөрәктәрен елкендерә "Елкән"!

"Башҡортостан" Дәүләт концерт залының сәхнәһендә 12 йәш музыкант башҡорт классик көйҙәрен уйнаны. Уларҙың сығышын легендар дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры оҙатты.

Финалистар фортепиано, тын ҡоралдары, скрипка һәм халыҡ уйын ҡоралдары номинацияларында сығыш яһаны. Балаларҙың конкурстағы аҙаҡҡы сығыштары өсөн махсус рәүештә яңы музыкаль әҫәрҙәр яҙылған. Был үтә әһәмиәтле ваҡиға, сөнки балалар башҡорт классикаһының алтын өлгөләре менән таныша, уларҙы башҡарып ҡына ҡалмай, ә йәш быуын өсөн яңы музыка әҫәрҙәре ижад ителә! Кем белә, бәлки йылдар үткәс был әҫәрҙәр классиканың алтын өлгөләренә әүерелер? 

Башҡорт классикаһына ла яңы һулыш өргәндәр: "Елкән"дә Урал Иҙелбаев, Азамат Аҙнағолов, Илдар Хисаметдинов, Рим Хәсәнов, Әлфиә Хәбированың көйҙәре яңыса яңғыраны. Конкурстың бар турҙарында ла балалар Нур Дауытов, Заһир Исмәғилев кеүек мәшһүр композиторҙарҙың пьесаларын яратып башҡарғандар.

"Елкән" телеконкурсы "Тамыр" балалар каналы тарафынан бойомға ашырыла. Быйылғы конкурс Уҡытыусы һәм остаз йылына арналып йәмғеһе 136 ҡатнашыусыны йыйһа, конкурстың үҙенә 47 бала үткән. 

 

Фото: Рөстәм Мөғәллимов

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: