+1 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2023, 12:00

Баласаҡтың хәүефһеҙ юлдары

Балалар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса КВН конкурсының финал уйындары уҙҙы.

Баласаҡтың хәүефһеҙ юлдары
Баласаҡтың хәүефһеҙ юлдары

Ул Уҡытыусы һәм остаз йылына, шулай уҡ Йәш хәрәкәт инспекторҙары ижади берләшмәһенең 50 йыллығына арналды.

КВН уйындарын Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса ЮХХДИ Идаралығы менән берлектә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо. Ул егерме йыл дауамында йыл һайын уҙғарыла. Был КВН уйындарында уҡыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандар тураһында шаярта, юмор аша етди һығымталар яһай, үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтә.

2023 йылдың еңеүсеһе – Асҡын районынан “Стопудово” командаһы, икенсе урынға Хәйбулланан “Көнъяҡ амурҙары” лайыҡ, бронза миҙал эйәләре – Нефтекаманан “Башҡорт гимназияһының матур йыйылмаһы” командаһы.

Баһалама ағзалары шулай уҡ иң яҡшы капитандарҙы ла һайланы: Хәйбулла районынан Нәркәс Ғәлиева, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ксения Текученко, Октябрьский ҡалаһынан Раяна Зинурова был титулға лайыҡ.

“Бәләбәй районынан “Йәшел ут”,  Учалынан “Боландар түгел”,  Салауат ҡалаһынан  “Йәшлек Лайф” командалары ла үҙенсәлекле уйындары менән иғтибарҙы йәлеп итте”, - тип хәбәр итә ойоштороусылар.

 

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы. 

Баласаҡтың хәүефһеҙ юлдары
Баласаҡтың хәүефһеҙ юлдары
Баласаҡтың хәүефһеҙ юлдары
Баласаҡтың хәүефһеҙ юлдары
Баласаҡтың хәүефһеҙ юлдары
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: