-2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2023, 22:17

Башҡортостан балалары һынатманы!

"Башҡортостан - 1" командаһы ете ярышты ла еңеп 1-се урынға сыҡһа, "Башҡортостан - 2" көсөргәнешле көрәштә 3-сө урын яулаған.

Башҡортостан балалары һынатманы!
Башҡортостан балалары һынатманы!

Башҡортостандан ике команда Беларусь Республикаһы Гомель ҡалаһында уҙған “Алтын көҙ” халыҡ-ара командалар турнирында ҡатнашты.

Шашка уйындарында Илхан Байназаров, Рината Кирәева, Михаил Бабинцев, Софья Степанова ҡатнашлығындағы “Башҡортостан – 1” командаһы бар ете ярышта ла еңеү яулап 1-се урынға сыҡты!

Дмитрий Бабинцев, Самира Хәсәнова, Ирхан Байназаров, Сафия Танһыҡҡужинанан торған “Башҡортостан – 2” командаҙы көсөргәнешле көрәш һөҙөмтәһендә 3-сө урын яуланы.

Афарин, балалар!

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: