+2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2023, 19:43

Шайморатовсыларҙың сафтары тулыланды

11 октябрь Республика көнөндә мәктәп уҡыусыларын шайморатовсылар сафына алыу тантанаһы уҙҙы.

Шайморатовсыларҙың сафтары тулыланды
Шайморатовсыларҙың сафтары тулыланды

Совет майҙанындағы сарала Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 905 бала ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Абхазия Президенты Аслан Бажания Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды, Радий Хәбиров үҙегеҙ сығышында Миңлеғәле Шайморатовтың Башҡортостан һәм Рәсәй тарихындағы ҙур әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды, Шайморатов кластарында уҡыған балаларға изге кәңәштәрен еткерҙе.

— Һеҙгә, балалар, легендар комдивтың исемен йөрөткән мәктәп коллективының бер өлөшө булыу бәхете тейҙе. Миңлеғәле Шайморатов, һеҙҙең кеүек, ябай малай булып үҫә, әммә тырышлығы арҡаһында төп маҡсатына ынтыла — Тыуған иленең тоғро патриотына, уның батыр һаҡсыһына әүерелә. Һеҙҙе лә яҡшы уҡырға, алдынғы булырға, ҙур маҡсаттарға ынтылырға өндәйем. Рәсәйҙең патриоты, тарихтың, мәҙәниәттең, йолаларыбыҙҙың һаҡсыһы булыу һеҙҙең тормош принцибығыҙға әүерелергә тейеш, - тине ул.

Уҡыусылар йәш шайморатовсылар антын әйтте, гимндарын — "Шайморатов генерал"ды йырланы.

Тантана байраҡтар тапшырылыуы һәм шайморатовсыларҙың маршы менән тамамланды.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: